Иҫәнғол ауылы башҡорт гимназия интернаты сайты

Эмблема

Шәмбе, 20.04.2024, 07:20

Сәләмләйбеҙ һеҙҙе Гость | RSS | Төп | Тәмәке һәм һаулыҡ темаһына класс сәғәте | Теркәлеү | Инеү

Тема:Тәмәке һәм һаулыҡ.
Уйын: «Брейн-ринг»
Маҡсат:Кеше организымына тәмәкенең кире йоғонто яһауын күрһәтеү.
Уҡыусыларҙың хәтерен нығытыу, фекерләү ҡеүәһен, аң кимәлен
үҫтереү.
Класта ойоҡанлылыҡ, берҙәмлек туплау.
Дәрес формаһы: уйын.

Дәрес барышы

I Ойоштороу өлөшө.
Сәләмләү. Психологик тренинг.
Уҡыусылар ҡулдарҙы ҡулға тотоноп, бер-беребеҙгә йылмаябыҙ, миңә ҡарап йылмаябыҙ.
II.Ял минуты.(Иғтибарға)
1.Бөгөн, нисәнсе көн, нисәнсе ай нисәнсе йыл?
2.Беҙҙең класта нисә гөл?
3.Гимназия нисәнсе йылда барлыҡҡа килгән? (1993 йылда)
4. Дүшәмбе көнө 3-сө дәрес нисәлә башлана?(10.50)
5. Информатика кабинетында нисә компьютер? (10)
6. Гимназияға ингән ерҙәге яҙыу нисә һүҙҙән тора? (5 һүҙҙән)
7. Ашханала ниндәй һүҙҙәр яҙылған?
III. Уҡыусылар менән эш
Уҡыусылар ике төркөмгә бүленә, һәр уҡыусыға 1-ҙән 2-гә тиклем карточкалар бирелә.
Бөгөн беҙ һеҙҙең менән, Брен-ринг уйынын уйнайбыҙ, ул Нимә? Ҡайҙа?,
IV. Төп өлөш.
Шиғыр. (уҡыусы ятлай).
Сәскә кеүек матур сағын,тәмәке ниңә тағын?
Иң беренсе дошманыбыҙ-әл көһөлдөр,
Ул яуыздан тыйылмаһаҡ, хәл мөшкөлдөр.
Үҙ- үҙеңдә һәм халҡыңда үсең булһа,
Шуны эс тә әҙәм көлдөр, эште бөлдөр.


Унан ҡала дошманыбыҙ-тәмәкелер,

Тәмәкәнең касафаты әшәкелер:
Дуҫтарының ғүмеренән өлөшләтә

Зәҡәт алыу-ул мәлғүндең ғәҙәтелер.

Ике яҡта-ике дошман, уртала-беҙ.


Алмаш-тилмәш гел шуларға уҡталабыҙ

Ул икәүҙең иблислеген ҡасан аңлап,

Ҡот осорлоҡ әшәкелектән ҡотолабыҙ!


Ике команданан жюри ҡуйыла.
Беренсе эш. Команда исем , девиз уйлай. (3)минут ваҡыт бирелә.
Мин һеҙгә һорауҙар бирәм, ә һҙҙең капитан дөрөҫ яуапты карточка менән күтәрә. Кем дөрөҫ яуап бирә, шул командаға йондоҙ бирелә.
Күберәк йондоҙ йыйған команда еңеүсе була. Дөрөҫ яуапты карточка менән күрһәткәс, яуабын ҡысҡырып әйтеп ҡуябыҙ.
Һорауҙар
  1. Ҡасан, кем һәм ҡайҙан беренсе тапҡыр Европаға тәмәкене алып килә?
1 XVIб.Испандар Америкаға
2 .XVII б. Ҡытайҙар
3. XVIIIб Англичандар Индиянан.
2. Рәсәйҙә тәмәкене ҡайһы батша дәүерендә беренсе тапҡыр ҡуллана башлайҙар?
1. Иван Грозный
2. Екатерина II
3 ПетрI
3.ҡайһы батша тәмәке тартыуҙы тыя?
1. Алексей Михайлович
2. Петр I
3. Екатерина II
4.Кешенең һаулығына зыян килтермәүсе тәмәке бармы?
1. Фильтерлы тәмәке
2. Тәмәкенең составында никотин һәм смолаһы әҙ булған тәмәке.
3.юҡ
5 Пассив тәмәке тартыусыларға кемдәр инә?
1.Тәмәке тартыусыларҙың эргәһендә ултырыусылар
2.Компания өсөн тартыусылар
3.Тәмәкенең төтөнөн эскә алмаусылар.
6. Тәмәке йөрәктең эшләүенә нисек йоғонто яһай?
1.Йөрәктең эшләүен яйлата
2.Йөрәкте шәп эшләтә.
3. Йөрәккә йоғонтоһо юҡ.
7.Ниндәй ауырыу тәмәке тартыу менән бәйле?
1.аллергия
2. үпкә рагы
3.гастрит
8.Тәмәке ташлауҙа стаж йоғонто яһаймы?
1. Стаждың йоғонтоһо юҡ
2. Оҙағыраҡ тартҡан һайын ташлауы ҡыйын
3. Оҙағыраҡ тартҡан һайын ташлауы еңел
9.Тәмәкенең тыуған яғы?
1.Көньяҡ Африка
2. Көньяҡ Америка
3. Көньяҡ полюс
10. 1942 йылда Колумб Куба ярҙарына туҡталғанда, бындағы халыҡ ниндәй үлән тартып йөрөгәнен күрә?
1. сигаро
2. папирус
3.самокрут
11. Тәмәкелә никотик барлығын кем асыҡлай?
1. Жан Жак Руссо
2. Жан Поль Бельмандо
3. Жан Нико
12. XVIб ҡайһы илдә тәмәкене «шайтан әүерәткесе» тип иғлан итәләр?
1. Испания
2 Италия
3.Бразилия
13. XIXб. АҡШ тәмәкене нисек ҡулланғандар?
1 тартҡандар
2 еҫкәгәндәр
3.сәйнәгәндәр
14. 1934 Франсияла «Ницца йәштәр төркөмө» иң күп тәмәке тартыусы конкурсын ойоштора.
Был конкурста ҡатнашҡан ике еңеүсе приздарын ала алмай үлеп ҡала. Улар нисә тәмәке тартҡан тип уйлайһығыҙ?
1.-40
2.-60
3.-80
15.Тәмәкене тарсыусыларҙың үпкә менән берлектә ниндәй органдары ҡаҡшай?
1. бөйөр
2 йөрәк
3 талаҡ
16. Әгәр кеше, тәмәкене көн һайын бер пачка тарһа, йылына күпме смола үпкәһенә ултыра?
1. 1 литр
2. 100 гр
3. 20 литр
V Нығытыу.
Жюри отчет әҙерләй.
Мин һеҙгә бер хәл һөйләйем.
Бер бабай баҙарҙа тәмәке һатып тора:
«Тәмәке һатып алығыҙ. Минең тәмәкем ябай түгел, ә серле»- тип әйтә.
Унан һеҙҙе эттә тешләмәй, бурҙар ҙа өйөгөҙгә төшмәй, ҡартаймайһығыҙ ҙа тип маҡтап һата.
Бер йәш кеше килә лә һорай:
-Ә нишләп эт тешләмәй?
-Сөнки таяҡ менән йөрөйәсәкһең- тип яуап ҡайтара.
-Ә ни өсөн бур өйгә төшмәй?
-Сөнки, төнө буйы йүткереп сығаһың.
-Ә ни өсөн ҡартаймайһың?
- Сөнки ҡартайғансы йәшәмәйһең- тип яуап ҡайтара.
V.Рефлексия.
Бөгөнгө дәрес һеҙгә оҡшанымы?
Уҡыусылар ошондай темаға класс сәғәттәре үткәрергә кәрәкме?
Һеҙгә уйланыр өсөн уҡыусылар шиғыр ятлай.
Курить иль не курить
У вас готов ответ?
Что ж, вы решайте сами.
Пусть на минуту тихо станет в зале
Подумайте, чего хотите вы?
Прислушайтесь, что сердце скажет
И разум ваш, какой вам даст совет?
Силен ты или слаб?
Свободен или раб?

Запомни: человек не слаб,
Рожден свободным. Он не раб.
Сегодня вечером как ляжешь спать
Ты должен так себе сказать:
"Я выбрал сам себе дорогу к свету
И, презирая сигарету,
Не стану ни за что курить.
Я – человек! Я должен жит
V.Йомғаҡлау
Уҡыусылар һеҙ ниндәй һығымта эшләнегеҙ, бирелгән мәғлүмәттән нимәләр алдығыҙ?
Ярышҡа һығымта яһау. Еңеүселәрҙе билдәләү, грамота биреү.

Инеү формаһы

Эҙләү

Календарь

«  Апрель 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
2930

Статистика


Онлайнда бѳтәһе: 1
Ҡунаҡтар: 1
Ҡулланыусылар: 0