Иҫәнғол ауылы башҡорт гимназия интернаты сайты

Эмблема

Кесаҙна, 21.02.2019, 01:31

Сәләмләйбеҙ һеҙҙе Гость | RSS | Төп | Теркәлеү | Инеү

Главная » 2011 » Октябрь » 13 » Беҙҙә ҡунаҡта Мәрйәм Бураҡаева
10:30
Беҙҙә ҡунаҡта Мәрйәм Бураҡаева

    Буракаева Марьям5 октябрь көнө гимназия өсөн икеләтә байрам булды. Беҙҙә ҡунаҡта — гимназияның тәүге директоры, «Тормош һабаҡтары» дәреслеге авторы, яҙыусы Мәрйәм апай Бураҡаева. Гимназия тамамларға торған 9-11 класс уҡыусылары иң борсоған һорауҙарына яуапты ошо осрашыуҙа алдылар. Заман ағышына бәйле мәсьәләләр бик күп. Элекке быуын шәхестәре менән кәңәшләшмәйенсә йәштәргә үҙҙәренә генә был мәсьәләләрҙе йырып сығырлыҡ түгел. Ҡайҙа уҡырға барырға, нисек үҙ эшенде башларға,ярҙам һорап кемгә мөрәжәғәт итергә, ҡайҙан бәхет эҙләргә, ғәиләне нисек ҡорорға, нисек үҙ парынды һайларға һәм башҡа һорауҙарға яуап алдылар. «Бер олоно, бер кесене тыңла» тигәндәй Мәрйәм апай уҡыусыларҙың да төрлө һорауҙарға ҡағылышлы уй-фекерҙәрен тыңланы. Халҡыбыҙға үҫеп килгән йәш быуыныбыҙға ярҙам итерлек шәхестәребеҙ булғанда, киләсәгебеҙ бар буласаҡ.

Просмотров: 863 | Добавил: ziangimnazia | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *:

Инеү формаһы

Эҙләү

Календарь

«  Октябрь 2011  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
     12
3456789
10111213141516
17181920212223
24252627282930
31

Статистика


Онлайнда бѳтәһе: 1
Ҡунаҡтар: 1
Ҡулланыусылар: 0