Иҫәнғол ауылы башҡорт гимназия интернаты сайты

Эмблема

Кесаҙна, 25.04.2024, 17:51

Сәләмләйбеҙ һеҙҙе Гость | RSS | Төп | | Теркәлеү | Инеү

Главная » Яңылыҡтар йыйынтығы

13 апрелдә 7-се класс уҡыусыһы Яковлева Светлананың тәҡдиме менән «Бантик» акцияһы үткәрелде. Гимназия осоп йөрөгән күбәләктәрҙе хәтерләтте. Береһенән-береһе матур бантик таҡҡан ҡыҙҙар тағы ла нәзәкәтлерәк күренделәр. 14 апрель көнө дөйөм линейкала ҡатнашҡан был 20 ҡыҙға бүләк итеп бантиктар таҡтылар.

Просмотров: 495 | Добавил: ziangimnazia | Дата: 16.04.2012 | Комментарии (0)

Яҙ етеп, көдәр йылынғас, һәр класс тышта күңелле тәнәфестәр үткәрә. Обруч, скакалка менән төрлө ярыштар, башҡорт халыҡ уйындарын уйнатыу ойошторола. Балалар оҙон тәнәфестәрҙе файҙалы, күңелле үткәрә. Уларға бик оҡшай.

Просмотров: 556 | Добавил: ziangimnazia | Дата: 16.04.2012 | Комментарии (0)

12 апрелдә башҡорт гимназия-интернатының «Ҡарлуғастар» пионерҙар ойошмаһы космонавтика көнөнә арнап самбо буйынса «Гагарин кубогы»на ярыш үткәрҙе. Был байрамда 5,6,7 кластарҙың бөтә малайҙары ла ҡатнашты, судья ролдәрен 10-11 класс егеттәре башҡарҙы. Бәйге бик ҡыҙыу һәм ҡыҙыҡлы булды, үткәреүселәр секторҙары: Аллаяров Фәиз (7 класс), Мусаҡаев Рәнис (7 класс), Илтенбаев Ринат (6 класс), өлкән вожатый Ямғурова Әлиә Рәшитовна һәм тренер Исмәғилев Хөрмәт Хәмитович эштәренә яуаплы ҡаранылар, етешһеҙлектәр булманы.
30 кг тиклемге ауырлыҡта II урынды Ураҡаев Раян (5 класс), ... Артабан уҡырға
Просмотров: 592 | Добавил: ziangimnazia | Дата: 16.04.2012 | Комментарии (0)

       26-28 март көнө «1812 йыл Ватан һуғышында яугир яҡташыма» арналған Әлшәй районы Раевск ҡасабаһында уҙғарылған «Башҡортостан ынйылары» Республика конкурс-фестивале булып үтте. Был конкурста Ейәнсура районы исемен яҡларға Иҫәнғол ауылы башҡорт гимназия-интернаты сығыш яһауы бәхете тейҙе. Бик абруйлы, сәмле конкурста тәүге тапҡыр ҡатнашыу, әлбиттә бик тулҡынландырҙы. Зона этабын үтеп барлыҡ республиканан иң көслө тип һаналған 15 район йыйылдылар бәйгегә. Ойоштороу кимәле шул тиклем юғары, 3 көнгә бүленгән конкурстың бер минуты ла бушҡа үтмәне, спорт уйындары, ял итеү кисәләре, экскурсиялар ҡаралған ине, был бай программа эстәлегендә.
       Һәм ниһайәт, 28 март сәғәт 12.00-дә һөҙөмт ... Артабан уҡырға
Просмотров: 564 | Добавил: ziangimnazia | Дата: 11.04.2012 | Комментарии (0)

2011-12 уҡыу йылында бөтә яҡлап кластар араһында ярыш булды. Уҡыу, тәртип, бүлмәләрҙә, кабинеттарҙа таҙалыҡ, мәктәп формаһында йөрөү, режимды үтәү, сараларҙа ҡатнашыу һ.б. яҡлап кластар даими тикшерелеп, аҙна һайын линейкала отчет яһалды, балдар әйтелде. Уҡыусылар сәмләнеп, тырышып ярыштылар. Ярыш бик әүҙем барҙы. Бөтә яҡлап та еңеүсе булып, 6-сы класс 1 урынға сыҡты. Улар гимназия администрацияһы тарафынан республикабыҙ баш ҡалаһы Өфөгә путевка менән бүләкләнделәр.
Уҡыусылар 8-11-се кластар араһында ла еңеүсене билдәләүҙәрен һорағас, 1 урын 9 а класына бирелде.
Просмотров: 542 | Добавил: ziangimnazia | Дата: 02.04.2012 | Комментарии (0)

22 март көнө гимназияла "Һаумы, һаумы әкиәт!" конкурсы булды.Унда 5-6 кластар араһынан 21 уҡыусы ҡатнашты. Ярыш бик көсөргәнешле үтте. Бөтәһе лә яҡшы әҙерләнгән, тырышҡандар. Уҡыусылар башҡорт, татар, урыҫ, эстон, эскимос, әрмән һ.б. халыҡ әкиәттәрен әҙерләгәндәр. Шулай ҙа башҡорт халыҡ әкиәттәренә өҫтөнлөк бирҙеләр. Урындар түбәндәгесә бүленде:
Гран-приға - Хантимерова Резедә (7-се класс) лайыҡ булды;
1 урын -  Аҙнабаева Алһыу (6-сы класс), Исмәғилева Фаягөл (5-се класс);
2 урын - Вәлиева Юлиә (7-се класс), Имелбаев Азат (5-се класс);
3 урын - Илтенбаев Ринат (6-се класс).

Просмотров: 630 | Добавил: ziangimnazia | Дата: 02.04.2012 | Комментарии (0)

14 мартта гимназия кимәлендә "Урал батыр" конкурсы үткәрелде. 5,6,9 а кластары ҡатнашты. Башҡа кластар пассивлыҡ күрһәтте. "Урал батыр" эпосын һөйләү буйынса урындар түбәндәгесә бүленде:
Гра
н-приға Юланова Фәниә (11-се класс) лайыҡ булды;
1 урын Аҙнабаева Алһыу (6-сы класс), Исмәғилева Фаягөл (5-се класс);
2 урын Фәттәхова Илсиә (10-сы класс), Рәхмәтуллина Н (5-се класс);
3 урын Юланова Айгүзәл (9 а класс), Ғәббәсова Айгизә (9 б класс), Ҡойбәгәров Рәфис (8-се класс).


Просмотров: 680 | Добавил: ziangimnazia | Дата: 02.04.2012 | Комментарии (0)

15 март Салауат педколледжында "Фәнгә аҙымдар" исемле ғилми-ғәмәли  конференция үтте. Был мәртәбәле конференцияла башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары сығыш яһап, уңыштарға өлгәште. 11-се класс уҡыусыһы Юланова Фәниә "1812 йылғы Ватан һуғышы геройы - Буранғол Куватов"  исемле эҙләнеү эше менән икенсе урын яуланы. Сит ил телдәре секцияһында Ҡыуатова Ләйсән "Беҙҙәң тирәлә инглиз һүҙҙәре" исемле эш менән икенсе урын алды. 10 класс уҫыусыһы Акбутин Илмир экономика буйынса "Практик йүнәлешле эш буйынса" номинацияһына лайыҡ булды. Афарин гимназистар.
Просмотров: 529 | Добавил: ziangimnazia | Дата: 26.03.2012 | Комментарии (0)

Йәгеҙ әле, ҡыҙҙар!

А ну-ка, девушки!

6 март көнөө 5-11 класс ҡыҙҙары өсөн "Йәгеҙ әле, ҡыҙҙар!", "Яҙһылыу" конкурстары үтте. Программа йәш үҙсәнлектәренә ҡарап төҙөлгән. Был ярышта еңеү өсөн бик күп сифаттарға эйә булырға кәрәк ине. Яҙһылыуҙар төрлө һөнәрҙәрен, өй эштәрен башҡарыуҙа етеҙлектәрен, матурлыҡты аңлай белеүҙәрен һ.б. ... Артабан уҡырға
Просмотров: 1751 | Добавил: ziangimnazia | Дата: 11.03.2012 | Комментарии (0)

      Папа мама и я спортом заним 7я Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған "Атай, әсәй һәм мин - спорт менән шөғөлләнгән ғәилә" конкурсы үтте. Һәр бер кластан бер команда ҡатнашты.  Программа ҡыҙыҡлы уйында, ярыштар менән байытылған ине. Һикереү, көс һынашыу, тоҡ кейеп йүгереү һ.б. ярышыуҙар булды. Уҡыусылар ата-әсәләренең ярышыуын рәхәтләнеп ҡәнәғәтлек менән ҡаранылар. 8"б"  класы сараны бик яҡшы ойошторҙолар.
Просмотров: 886 | Добавил: ziangimnazia | Дата: 02.03.2012 | Комментарии (1)

« 1 2 3 4 5 6 »

Инеү формаһы

Эҙләү

Календарь

«  Апрель 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
2930

Статистика


Онлайнда бѳтәһе: 1
Ҡунаҡтар: 1
Ҡулланыусылар: 0