Иҫәнғол ауылы башҡорт гимназия интернаты сайты

Эмблема

Шәмбе, 20.04.2024, 19:46

Сәләмләйбеҙ һеҙҙе Гость | RSS | Төп | | Теркәлеү | Инеү

Главная » Яңылыҡтар йыйынтығы
        21 февралдә Туған телдәр көнө үткәрелде. Туған тел тураһында шиғырҙар, мәҡәл-әйтемдәр, хикийәләр, иншалар менән йыһазландырылған стенд эшләнде. Тәнәфестәрҙә яңғыраған башҡорт халыҡ йырҙары уҡыусыларҙа әҫәрҙәрҙән уҡып белгән ата-бабаларының боронғо тормошо тураһында уйландырҙы.
        Бик бай йөкмәткеле тантаналы линейка үтте. Оҙон тәнәфестәрҙә бәләкәй кластар  шау-гөр килеп башҡорт халыҡ уйындарын уйнанылар, ә ҙур кластар өсөн күләгә ойошторолдо. Ата-әсәләр алдында 9 "б" класында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы ДӘүләтбаева К.М.  Фәтхелкадир Сөләймановтың "Салауат батыр" драмаһы буйынса дәрес күрһәтте. Туған телдәр көнө бик иҫтәләекле үтте.
Просмотров: 1324 | Добавил: ziangimnazia | Дата: 02.03.2012 | Комментарии (0)

Байрам менән  ир егеттәр!

23 февраля
Просмотров: 735 | Добавил: ziangimnazia | Дата: 24.02.2012 | Комментарии (0)

Ветерану помощь«Бер көнөм дә изгелекһеҙ үтмәһен!» тигән девиз менән йәшәйҙәр башҡорт гимназия-интернатының «Ҡарлуғастар» пионерҙар ойошмаһы уҡыусылары. Улар, изгелектең һәр ваҡыт яуызлыҡтан өҫтөн торорға тейешлеген иҫбат итеү маҡсатында, республика кимәлендә үткәрелгән

«Изге эштәр эшләйбеҙ» акцияһында актив ҡатнашалар.

5 - 6 класс уҡыусылары ҡышлаусы ҡ ... Артабан уҡырға

Просмотров: 875 | Добавил: ziangimnazia | Дата: 05.12.2011 | Комментарии (1)

        15 ноябрь көнө гимназиябыҙҙа Хэллоуин байрамы утте. Ә ниндәй мәғәнә йөрөтә ул исем? Билдәле булыуынса, Хэллоуин байрамы бары тик АҠШ- та ғына байрам ителгән. Был сара кельт халыҡтарында 1 ноябрҙә үткәрелгә. Ошо көн үлем көнө тип һаналған. 31 октябрҙең төнөнән 1 ноябргә табан, кельттар уйлауынса, бары тик бер көнгә генә тамуҡ ишеге асыла. Унан ҡара, яуыз көстәр ергә төшә тип фаразлағандар. Шуға кешеләр насар уйҙарҙы, яуыз йәндәрҙе ҡыуыр өсөн үҙҙәре ҡурҡыныс ҡиәфәткә инергә тырышҡан.
       Гимназияла үткән был кисәлә һәр класс бик телләп ҡатнашты. Костюмдар кейеп, сценарийҙар күрһәттеләр. Уларҙы, әлбиттә, жюри ағзалары баһаланы. Шулай итеп «Иң ҡурҡыныс сценарий» номинацияһы 11 Б класына тапшырылып, улар ... Артабан уҡырға
Просмотров: 711 | Добавил: ziangimnazia | Дата: 05.12.2011 | Комментарии (0)

Риф Бикбаев11 ноябрь көнө беҙҙең гимназияға Күгәрсен районынан һәүәҫкәр композитор, йырсы Риф Бикбаев килде. Гимназия уҡыусылары уның концертына ашыҡты.
Бына сәхнәбеҙҙә матур таушы оҫта башҡарыусы менән барыбыҙҙың күңелен яулап алды ул. Бөгөнгө көндә күптәр еңел-поп музыка менән мауыға, ә үҫеп килеүсе быуын шул йондоҙҙар тураһында хыяллана, халыҡ йырҙвары менән тамашысаларҙың күңелен арбап алыу ай-һай ҡыйындыр, тиҙәр. Тик тәбиғәттән бирелгән һәлләтте тырышлыҡ менән үҫтерргәндә, емешле һөҙөмтә килеп сыға. Ниндәй ҡаты бәғерле кешенең иремәҫ күңеле лә ирер ... Артабан уҡырға
Просмотров: 974 | Добавил: ziangimnazia | Дата: 28.11.2011 | Комментарии (0)

21 октябрь көнө көҙгө бал кисәһе булды. Уҡыусылар, класс етәкселәре был сараға ныҡ әҙерләнгән, бик яуаплы ҡарағандар. Көҙһылыу, Көҙбатыр, музыкаль номер, сюрприз, сәхнәләштереү конкурстары булды. Гимназия уҡыусылары бигерәк һәләтлеләр икән! Улар менән һоҡланмау мөмкин түгел! Һөнәрҙәрен күрһәткәндән һуң, һөҙөмтәләр түбәндәгесә булды.

Түбән кластар араһында:

1 урын - 8 «А» класс

... Артабан уҡырға

Просмотров: 1818 | Добавил: ziangimnazia | Дата: 26.10.2011 | Комментарии (2)

Аманат ҡунаҡтаГимназия бик ҡунаҡсыл. 14 октябрь көнө балаларыбыҙҙың яратып көтөп алған «Аманат» журналының хеҙмәткәрҙәре ҡунаҡҡа килде. Күптән инде белгән журналисттарыбыҙ Дамир Шәрәфетдинов һәм марат Әминев 5- 8 класс уҡыусылары менән осрашты. Был осрашыу бик әүҙем барҙы. Уҡыусылаҙың һорауҙары бигерәк күп йыйылған икән! Уларҙы биреп бөтә алмайҙар. Ә журналисттарыбыҙ һәр бер һорауға аңлайышлы, ентекле итеп яуап бирҙеләр. Һорауҙар күберәк журналдың йөкмәткеһенә бәйле булды. Уҡыусылар бик күп белгеләре килә! Осрашыу аҙағында балаларға автографлы «Аманат» журналдары, календарҙар таратылды.

... Артабан уҡырға

Просмотров: 1045 | Добавил: ziangimnazia | Дата: 19.10.2011 | Комментарии (0)

     8 октябрҙә Республика көнөнә арналған еңел атлетика буйынса ярыштар булды. Был ярышта гимназиянан 7 егет һәм 5 ҡыҙ ҡатнашты: Байрамғолов Ғайсар, Хәмитов Зөфәр, Шәйәхмәтов Амур, Итбаев Рөстәм- 1500 метрға, Атнағолов Cалауат, Ишемғолов Әсҡәт 2000 метрҙа йүгерҙе. Ҡыҙҙарҙан Ғәббәсова Айгизә, Ҡоҙаҡаева Зәриә- 1000 метрҙа, ә Рәхмәтуллина Филиә, Кульмухаметова Сәлимә, Ҡыуатова Ильзиә- 1500 метрға йүгереп ярыштылар. Кульмухаметова Сәлимә һәм Ишемғолов Әсҡәт — 2 урын, Атнағолов Салауат- 3 урынды яуланылар. Команда менән 1 урын алдылар.

     Велокрос ярышында Абдуллин Рәсүл 1-се килде ... Артабан уҡырға

Просмотров: 481 | Добавил: ziangimnazia | Дата: 18.10.2011 | Комментарии (0)

    Буракаева Марьям5 октябрь көнө гимназия өсөн икеләтә байрам булды. Беҙҙә ҡунаҡта — гимназияның тәүге директоры, «Тормош һабаҡтары» дәреслеге авторы, яҙыусы Мәрйәм апай Бураҡаева. Гимназия тамамларға торған 9-11 класс уҡыусылары иң борсоған һорауҙарына яуапты ошо осрашыуҙа алдылар. Заман ағышына бәйле мәсьәләләр бик күп. Элекке быуын шәхестәре менән кәңәшләшмәйенсә йәштәргә үҙҙәренә генә был мәсьәләләрҙе йырып сығырлыҡ түгел. Ҡайҙа уҡырға барырға, нисек үҙ эшенде башларға,ярҙам һорап кемгә мөрәжәғәт итергә, ҡайҙан бәхет эҙләргә, ғәиләне нисек ҡорорға, нисек үҙ парынды һайларға һәм башҡа һорауҙарға яуап алдылар. «Бер олоно, бер кесене тыңла» ... Артабан уҡырға

Просмотров: 1251 | Добавил: ziangimnazia | Дата: 13.10.2011 | Комментарии (0)

Элек- электән башҡорт халҡы ҡунаҡсыл булған, ҡунаҡтарҙы ихлас күңелдән ҡаршы алғандар. Гимназия уҡыусылар ла ололар көнөндә, 30 сентябрь сәғәт ун икелә, ветеран уҡытыусыларҙы бейеү менән ҡаршы алдылар.

... Артабан уҡырға

Просмотров: 1204 | Добавил: ziangimnazia | Дата: 04.10.2011 | Комментарии (0)

« 1 2 3 4 5 6 »

Инеү формаһы

Эҙләү

Календарь

«  Апрель 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
2930

Статистика


Онлайнда бѳтәһе: 1
Ҡунаҡтар: 1
Ҡулланыусылар: 0