Иҫәнғол ауылы башҡорт гимназия интернаты сайты

Эмблема

Дүшәмбе, 29.04.2024, 18:41

Сәләмләйбеҙ һеҙҙе Гость | RSS | Төп | | Теркәлеү | Инеү

Главная » 2011 » Июнь » 6 » Беҙҙә уҡырға теләйһеңме? Йәһәтерәк кил!
11:28
Беҙҙә уҡырға теләйһеңме? Йәһәтерәк кил!
    "Рәсәйҙең иң яҡшы мәктәптәре - 2006" Бөтә Рәсәй конкурсының региональ этабы еңеүсеһе, "Мәғәриф" өҫтөнлөклө милли проект сиктәрендә Грантҡа лайыҡ булыусы мәктәп-миллионер, "Бөтә Рәсәй Почет Китабы" Федераль Реестрына ингән Башҡортостан республикаһы Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылы башҡорт гимназия-интернаты муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учрежденияһы 2011-2012 уҡыу йылына 5-се класҡа уҡыусылар йыя.
   Гимназия-интернатта балаларға уҡыу һәм йәшәү өсөн бөтә шарттар булдырылған, көнөнә биш тапҡыр ашатыу ойошторола.

   5-се класҡа уҡырға инергә теләүселәр өсөн:
        - тыуыу тураһында таныҡлыҡтың күсермәһе (ксерокопия);
        - йыллыҡ өлгәш табеле (йәки көндәлек);
        - уҡыусының медица картаһы;
        - баланың ата-әсәһенең береһенең паспорт күсермәһе;
        - ғәилә хәле тураһында справка тапшырырғы.


   Ғаризалар 1 июндән 15 июнгә тиклем сәғәт 9.00-дән 13.00-гә тиклем ҡабул ителә.
   Башҡорт теле, рус теле, математика фәндәре буйынса әңгәмәләшеү 15 июндә үткәрелә, башлана сәғәт 9.00

Ҡәҙерле уҡыусылар, гимназия-интернатҡа рәхим итегеҙ!
Беҙҙең адрес: Иҫәнғол ауылы, Магистраль урамы, 1
Белешмә өсөн телефондар: 2-77-84, 2-77-83.

Беҙ һеҙҙе көтәбеҙ!
Просмотров: 524 | Добавил: ziangimnazia | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *:

Инеү формаһы

Эҙләү

Календарь

«  Июнь 2011  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
  12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930

Статистика


Онлайнда бѳтәһе: 1
Ҡунаҡтар: 1
Ҡулланыусылар: 0