Иҫәнғол ауылы башҡорт гимназия интернаты сайты

Эмблема

Шаршамбы, 01.05.2024, 20:32

Сәләмләйбеҙ һеҙҙе Гость | RSS | Төп | | Теркәлеү | Инеү

Главная » 2011 » Ноябрь » 28 » Риф Бикбаев менән күңел астыҡ!
14:17
Риф Бикбаев менән күңел астыҡ!
Риф Бикбаев11 ноябрь көнө беҙҙең гимназияға Күгәрсен районынан һәүәҫкәр композитор, йырсы Риф Бикбаев килде. Гимназия уҡыусылары уның концертына ашыҡты.
Бына сәхнәбеҙҙә матур таушы оҫта башҡарыусы менән барыбыҙҙың күңелен яулап алды ул. Бөгөнгө көндә күптәр еңел-поп музыка менән мауыға, ә үҫеп килеүсе быуын шул йондоҙҙар тураһында хыяллана, халыҡ йырҙвары менән тамашысаларҙың күңелен арбап алыу ай-һай ҡыйындыр, тиҙәр. Тик тәбиғәттән бирелгән һәлләтте тырышлыҡ менән үҫтерргәндә, емешле һөҙөмтә килеп сыға. Ниндәй ҡаты бәғерле кешенең иремәҫ күңеле лә ирер. Беҙ быны үҙебеҙгә килгән ҡунаҡ Риф Бикбаевтан сығып әйтә алабыҙ. Ябай ауыл кешеһе. Тыуған халҡын моңло, халыҡсан, йырҙарға күмеп, шатландырып, моңдо юлдаш итергә уйлай. Үҙе көйҙәр сығарып, шиғыр юлдарын йырға һала. Үткән ике йыл эсендә яҡташтары араһында танылыу тамашасы һөйөүен яулап өлгөрә.
Гимназиябыҙ башҡорт рухлы йырсы Риф Бикбаевты йылы ҡаршы алды, тамашысылар һәр бер йырын йотлоғоп тыңлап, дәрррәү алҡыштарға күмде.
Концерт барышында уҡыусыларға ҡыҙыҡлы уйынддар тәҡдим итте, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Аҙаҡ Риф Бикбаев барыһында «Ритайым» бейергә саҡырҙы. Дәртле йырҙарҙан һуң, барыбыҙҙың да кәйефтәр күтәренке, күңелдәр көр ине.
Ҙур рәхмәттәр әйтеп, тағы ла осрашырбыҙ тигән уй менән таралыштыҡ.
Просмотров: 977 | Добавил: ziangimnazia | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *:

Инеү формаһы

Эҙләү

Календарь

«  Ноябрь 2011  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 123456
78910111213
14151617181920
21222324252627
282930

Статистика


Онлайнда бѳтәһе: 1
Ҡунаҡтар: 1
Ҡулланыусылар: 0