Автор: Акьюлова Г.Г.
Рәхмәт
һиңә, ветеран!
Беҙ
йырлайбыҙ һиңә дан!
Залды
биҙәү: «Бѳйѳк Еңеүгә — 65 йыл», «1941-1945»
тигән яҙыуҙар Еңеү ордены һүрәте,
байрамға арнап сығарылған гәзиттәр,
стендтар ҡуйыла. Сәхнә сәскәләр менән
биҙәлә.
Залға
Бѳйѳк Ватан һуғышы ветерандары саҡырыла,
уларға сәскәләр бүләк ителә һәм почётлы
урындарға ултыртыла.
Магнитофонда
«Еңеү кѳнѳ» (В. Харитонов һүҙҙәре,
Д.Тухманов кѳйѳ) яңғырай.
Ике
алып барыусы (егет менән ҡыҙ) шаршау
алдына сыға.
Егет.
Быйыл
1941-1945 йылдарҙа Совет халҡының Бѳйѳк
Ватан һуғышында фашистик Германияны
еңеүенә 65 йыл тулды. Һеҙҙе, атайҙар,
олатайҙар, ағайҙар — фронтта туранан-тура
ҡатнашыусылар...
Ҡыҙ.
Һеҙҙе әсәйҙәр, ѳләсәйҙәр, әбейҙәр —
фронтҡа ярҙам итеүселәр...
Егет.
Һеҙҙе бѳгѳнгѳ кѳндѳң бәхетле йәштәре,
уҡыусылар!
Ҡыҙ.
Бѳйѳк Еңеү кѳнѳ менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Егет.
Еңеү! Һағындырған
данлы еңеү!
Ҡосакланы бѳгѳн
илемде
Йѳрәктәрҙән
шатлыҡ ташты урғып,
Бар донъяның
баҫып киңлеген.
(Ф. Бикбов.)
Ҡыҙ.
Еңеү! Ҡояш балҡый
бер битендә
Бер битендә
моңһоу ай һаман,
Бер күҙеңдан
шатлыҡ нуры һибелә,
Бер күҙеңдән
һаман йәш тама...
(М. Кәрим)
«Еңеү кѳнѳ»
йыры әкренәйеп барып, яйлап шаршау
асыла. Сәхнәнең артҡы планында композицияла
ҡатнашыусы уҡыусылар теҙелгән. Сәхнә
артынан диктор тауышы.
Эфирҙа «Изге
һуғыш» йыры яңғырай (В. Лебедев-Кумач
һүҙҙәре, А.Александров кѳйѳ.)
Егет.
Йәшен булып
осто был хәбәр:
Дошман беҙгә
ҡаршы ут аскан!...
Гитлер бандалары
илгә кергән,
Яна ауыл, яна
ҡала... түгелә ҡан.
Бер кемгә лә
бирмәҫ минең халҡым
Заводтарын,
шахта, тау-ерен...
Үлемен һиҙеп
ҡоторонған дошман
Ошо ерҙә табыр
ҡәберен.
(Х.Кәрим)
Ҡыҙ.
Беҙҙең һѳйѳү
кѳслѳ. Һәр бер кеше
Подвиг яһар,
еңеү килтерер.
Беҙҙең нәфрәт
утлы. Һәр нәфрәтле
Дошмандарын
ҡырыр, кѳйҙѳрѳр.
Намыҫ, азатлык
һәм бәхет ѳсѳн
Ватан саҡыра
беҙҙе кѳрәшкә.
(Р. Ниғмәти)
«Шайморатов
Генерал» (Ҡ. Даян һүҙҙәре, З.Исмәғилев
кѳйѳ) йырының беренсе куплеты башҡарыла.
Илгә
фашист ябырылғанда
Мылтыҡ буйы
инек бары.
Шинель кейҙек,
ҡайыш быуҙыҡ -
«Ахыр заман
балалары...»
Фашист ѳңѳн
туҙҙырышты
Беҙҙең быуын —
ҡаты тоҡом...
(Ф. Гүмәров)
Партам
ҡалды,
Ҡалды китаптарым,
Үкһегәндәй
булды мәктәбем,
Ауыҙ итмәгәнгә
иңрәп ҡуйҙы
Ҡырҡып алған
ҡара икмәгем
Тик ҡалманы
намыҫ.
Шуға һалдат
Иле ѳсѳн инер
уттарға
Илем алдында
ла ғорур башын
Эйә белмәҫ,
һалмаҫ яттарға.
(Ф. Мѳхәмәтйәнов)
Хуш,
Башҡортостан — тѳйәгем,
Бәлки, һуңғы
күреүем...
Ятып ҡалһа ла
һѳйәгем,
Һиңә ҡайтыр
һѳйѳүем.
Үҙем ҡалһам
ятып ситтә,
Һиңә атҡынам
ҡайтыр
Толпарым да
ауһа яуҙа,
Ғүмерлек даным
ҡайтыр.
(Ғ. Әмири.)
Һалдаттар
«Батырҙар йыры»ның (Н. Нажми һүҙәре, З.
Исмәғилев кѳйѳ.) беренсе куплетын
йырлайҙар ҙа сафҡа теҙелеп сығып китәләр.
Сәхнәгә һалдаттың
оло йаштәге атаһы, әсәһе, кәләше һәм улы
булып кейенгән уҡыусылар сыға. Улар Р.
Ниғмәтиҙең «Үлтер улым фашисты!»
пэмаһынан ѳҙѳктѳ һѳйләйҙәр.
«Һалдаттар»
йырының (Р. Әхматйәнов һүҙҙәре, Ф. Әхмәҙиев
кѳйѳ) 1-се куплеты йырлана. Композицияла
ҡатнашыусы уҡыусылар һѳйләй.
Дошман
ҡаса, ҡанға буяп
Әшәке эҙен,
Европа буйлап
атлай
Улдарың һинең,
Ғорурлан, илем!
Тапап
йыртҡыс фашистарҙың
Яуызлыҡ кѳсѳн,
Станлинградты
ҡанға тѳрҙѳ
Улдарың һинең,
Ғорурлан, илем!
Ҡара
диңгеҙ, Дон, Днепр
Һәм Днестрҙың
Азатлығын яулап
уҙҙы
Улдарың һинең,
Ғорурлан, илем!
Карпат
тауҙары ҡабатлай
Батырҙар исемен,
Легендалар
еңеүсе булды
Улдарың һинең,
Ғорурлан, илем!
(Сабир Кинйәкәй)
Алып барыусы
ҡыҙ һәм егет һѳйләй.
Егет.
Һуғыш, һуғыш...
Күпме сабый
Быуылы күҙ
йәштаренә
Выҡытһыҙ салдар
ѳҫтәлә
Әсәләрҙең
сәстәренә.
Ҡыҙ.
Һуғыш... Мәскәүҙән Берлинғаса 2 мең
саҡрым...
Егет.
Бик әҙ, дѳрѳҫмѳ? Был — әгәр поезд менән
барһаң — 2 тәүлек,
самолётта 3
сәғәт тиган һуҙ.
Ҡыҙ.
Ә һәр ҡарыш ер ѳсѳн кѳрәшеп имгәкләп
барһаң — 4 йыл...
Егет.
4 йыл.
Ҡыҙ.
1418 кѳн!...
Егет.
34
мең сәғәт!..
Ҡыҙ.
Һәм 27 миллион һәләк булған кеше ғүмере...
Егет.
2 мең 600 саҡрым араға 27 миллион ҡорбан.
Был һәр саҡрымға
10 мең 800, һәр
ике метрға 22 кеше үлтерелгән тигән
һүҙ!..
1418 кѳнгә...
Ҡыҙ.
27 миллион ҡорбан. Был, тимәк, кѳн һайын
19 мең, сәғәтенә 800,
минутына 13
кеше үлгән тигән һүҙ!.. Ҡот осҡос!
Егет.
27
миллион ҡорбан.. Ә күпме әсәләр — улһыҙ,
балалар —
атайһыҙ, ҡыҙҙар
— һѳгән йәрһеҙ, ҡатындар — ирһеҙ ҡалған.
Ҡыҙ.
Ҡәҙерле туғандар! Әйҙәгеҙ бер минутҡа
тын ҡалайыҡ! Һуғышта яу яландарында
ятып ҡалған атай-олатайҙарыбыҙҙы...
Егет.
Һыуыҡ окоптарҙа бар һаулығын юғалтып,
яу яраларынан,
ауырыуҙарҙан
бѳгѳнгѳ шатлыҡлы кѳндәргә килеп етә
алмай үлеп ҡалған һуғыш ветерандырын
хатергә алып тын ҡалайыҡ!
Барыһы
ла баҫа.
Бер минутлыҡ тынлыҡ, тик сәғәт һуғыуы
ғана ишетелә.
Ҡыҙ.
Рәхмәт.
«Йылдар аша баш
эйәбеҙ» йыры яңғрай. (Ф. Чанышева һүҙҙәре,
С.
Садыкова
кѳйѳ.)
Уҡыусылар
һѳйләй.
Һеҙ,
инәйҙәр ул саҡтарҙа
Йәп-йәш кенә
ҡыҙҙар инегеҙ
Кѳc етмәҫлек
кѳстәрҙе лә
Күтәрҙе бит
сибек иңегеҙ.
(Г. Хисаметдинова)
Их,
әсәләр, һуғыш йылдарында
Теңкәгеҙгә
тейҙе ауырлыҡ,
Заман ауырлығын
күтәрергә,
Яу ҡайғыһан
баштан үткәрергә
Ҡайҙан тылсымлы
кѳс таптығыҙ ҙа
Ҡайҙан алдығыҙ
сабырлыҡ.
Был-был
һайрауҙарын тыңлар саҡтар
Һеҙ бит сабаталар
үрҙегеҙ.
Сабаталар үреп
кейҙегеҙ ҙә
Алабута баҫҡан
яландарҙа
Һайыр егеп Һабан
һѳрҙѳгѳҙ!
(А. Игебаев)
Етем
ҡалдыҡ атайҙарҙан
Етем ҡалдыҡ
атайҙарҙан
Булды донъя
китек-ҡотоҡ,
Ас та булдыҡ,
туҡ та булдыҡ
Кѳлтә ташып,
әүен һуҡтыҡ.
(Ш. Шарафетдинов)
Еңеүгә
үҙ ѳлѳштәрен индергән тыл эшсәндәре:
ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙ, балалар! Ир-егеттәр
һуғыш яландарында, ә хеҙ ауыл, ҡалаларҙа
еңеү яуланығыҙ. Һеҙ күргән ауырлыҡтар,
хәсрәт-ҡайғыларҙы һѳйләп, аңлатып
бирерлек кенә түгел.
Тылда
һыцыр егеп ер һѳрѳүсе, балаларын астан
үлтермәҫ ѳсѳн, баҫыуҙа серек бәрәнге,
башаҡ эҙләүсе әсәйҙәр, ѳләсәйҙәр, ололар
менән бер рәттән һабан һѳргән, иген
үҫтергән, урман ҡырҡып бүрәнә ағыҙған
малайҙар, ҡыҙҙар, хәҙер инде олоғайып
барған инәйҙәр, бабайҙар алдында баш
эйәбеҙ.
«Еңеүсегә дан»
йыры (Р. Ниғмәти һүҙҙәре, З. Исмәғилев
кѳйѳ).
Бѳйѳк
Ватан һуғышы йылдарында илебеҙ 27
миллиондан артыҡ улын һәм ҡыҙын юғалтты.
СССР территорияһында 1710 ҡала, 70 меңдән
артыҡ ауыл яндырылды.
Башҡортостандан
барлығы 730 мең кеше һуғышҡа алына.
Шуларҙың 370 меңе яу яланында ятып ҡала.
Бѳгѳн
28 мең ветеран иҫән, 11 меңе — һуғыш
инвалиды.
277
кешегә Советтар Союзы Геройы исеме
бирелә. Әле уларҙың 12-һе иҫән.
Бѳтәһе
2456 һуғышсы Дан орденының тулы кавалеры
була. Шуларҙың 38-е - Башҡортостандан.
Алтауһы иҫән.
Тылда
хеҙмәт иткән 161 мең кеше «1941-1945 йылдарҙағы
Бѳйѳк Ватан һуғышында курһәткән
хеҙмәттәре ѳсѳн» миҙалы менән бүләкләнә.
Уҡыусылар:
Тѳҙәлә
инде, тѳҙәлә
Ил
тәнендәге яра,
Еңеүселәр
һаны ғына
Йылдан
йыл кәмей бара
(Г.
Хисаметдинова)
Еңеү
кѳнѳнә арнап
Шиғырҙар
ҙа ятлайым,
Ветеран
олатайымды
Байрам
менән ҡотлайым.
(М.
Йосопова)
Олатайҙар
күкрәгендә
Миҙалдары
сыңлайҙыр.
Илгә
именлек яулаған
Батырҙарҙы
данлайҙар
(И.
Бикбаева)
Бѳтәһелә бергә:
Рәхмәт һиңә,
ветеран!
Беҙ йырлайбыҙ
һиңә дан.
Йыр «Олатайым
миҙалдары» (Р.Ураҡсина һүҙҙәре ,
Ә.Зиннурова кѳйѳ)
Батырҙарын
ҡала-ауыл халҡы
Һәр йыл һайын
иҫкә алалар,
Онотмаҫтар
һеҙҙемәңге-мәңге
Быуын-быуын
килгән балалар,
Тыныс ҡына
торһон донъялар.
(Ә.Хамматов).
Бѳтәһе бергә:
Атай булһын,
әсәй булһын,
Тыныс булһын
һәр саҡ Ер шары!
Беҙ
еңеүгә уттар аша килдек,
Арыҫландар
кеүек һуғышып
Бына шуның ѳсѳн,
шуның ѳсѳн
Беҙгә бик-бик
ҡиммәт ты-ныс-лыҡ!
Йыр «Һәр ваҡыт
булһын ҡояш!»
Егет.
Ҡәҙерле Бѳйѳк Ватан һуғышында
ҡатнашыусылар!
Ҡыҙ.
Хѳрмәтле тыл ветерандары!
Егет.
Бѳтә йѳрәктән һеҙҙе һоҡланғыс байрам
- Бѳйѳк Еңеүҙең 65
йыллығы менә
ҡотлайбыҙ. Баһалап бѳткѳһѳҙ батырлығығыҙ
ѳсѳн Һеҙгә
ҙур рәхмәт!
Ҡыҙ.
Еңеүҙең 65-се яҙы һеҙгә тик яҡшы кәйеф
һәм шатлыҡ алып килһен.
Бәхет, именлек
һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ1
«Еңеү кѳнѳ »
йыры яңғырай. Музыка аҫтында композицияла
ҡатнашыусы уҡыусылар ветерандарға
сәскәләр, шарҙар бүләк итә.
|