Иҫәнғол ауылы башҡорт гимназия интернаты сайты

Эмблема

Кесаҙна, 21.11.2024, 12:14

Сәләмләйбеҙ һеҙҙе Гость | RSS | Төп | Экзаменға иҫкәрмә | Теркәлеү | Инеү

Уҡытыусыға кәңәштәр
       Уҡыу йылы тамамланыу алдында. Уҡыусылар ѳсѳн ҡыҙыу мәлдәр башлана. Имтихандар сифатлы үтһен, балалар артыҡ тулҡынланып, һаулығын ҡаҡшатмаһын ѳсѳн, нимә эшләп була?
 1. Уҡыусы менән имтиханға әҙерләнгәндә уға шундай кәңәш бирегеҙ: йышыраҡ имтихан биреүҙе күҙ алдына килтер – нисек класҡа инәһең, билет алып, урыныңа ултыраһың. Шул ваҡытта ҡурҡыу юғала, яуаптар аныҡ күҙ алдына баҫа.
 2. Әгәр уҡыусы гел генә буласаҡ имтиханды бирә алмауы тураһында уйлһа, был уға әҙерләнергә ҡамасаулай: ниңә әҙерләнергә, барыбер насар баһа аласаҡмын.
 3. Уның менән һѳйләшкәндән һуң да уҡыусы тулҡынланыуын туҡтатмаһа, абсурдҡа еткереү тигән алым тәҡдим итегеҙ. Һеҙҙең тѳп бурыс - уҡыусы үҙен нисек тә булһа ҡурҡытһын. Икәүләп (уҡыусы уҡытыусыһы менән, йә уҡыусы иптәше менән) ҡулланһаң, отошлораҡ. Был алым уҡыусыны бер фекергә килтерә: ҡурҡырлыҡ нәмә юҡ та. Ә бына үҙен бик тыныс тотҡан уҡыусы һеҙҙе һағайтырға тейеш.
 4. Уҡыусы имтихан алыусыны, комиссия ағзаһын дошман итеп күрмәһен. «Һәр бер уҡытыусы заманында һинең кеүек имтихан тапшырған, ул да һинең кеүек тулҡынланҡандыр», - тип һѳйләшегеҙ.
 5. Уҡытыусы! Үҙегеҙҙең имтихан биргән ваҡытығыҙҙы иҫкә тѳшѳрѳгеҙ. Һеҙгә генә таныш ҡыҙыҡлы алымдар, серҙәр, хатта доғалар барҙыр. Уҡыусы менән шулар тураһында ла һѳйләшегеҙ.
 6.Уҡыусыны кѳсѳргәнешле мәлде тыныс үткәрә белергә ѳйрәтегеҙ, сѳнки эске тыныслыҡ хәтерҙе һәм иғтибарҙы яҡшырта. Бының ѳсѳн махсус тын алыу күнекмәләре бар. Тәүҙә уларҙы үҙегеҙ ѳйрәнегеҙ (улар һеҙгә лә ҡамасауламаясаҡ), Һуңынан уҡыусы менән шѳғѳлләнегеҙ. Дәрес структураһына индереп, контроль эштәр алдынан ҡулланығыҙ.

Инеү формаһы

Эҙләү

Календарь

«  Ноябрь 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
    123
45678910
11121314151617
18192021222324
252627282930

Статистика


Онлайнда бѳтәһе: 1
Ҡунаҡтар: 1
Ҡулланыусылар: 0