Иҫәнғол ауылы башҡорт гимназия интернаты сайты

Эмблема

Йома, 19.04.2024, 00:31

Сәләмләйбеҙ һеҙҙе Гость | RSS | Төп | Гимназия тарихы | Теркәлеү | Инеү

     Гимназияны асып ебәреү ул үҙе бер тарих.Күпме ҡаршы кѳстәр торҙо,күпме киреһенсә ѳгѳтләуселар булды,хатта кѳлѳп ҡараусылар ҙа булманы тип әйтеп булмай.Гимназияны асып ебәрергә тип маҡсат ҡуйған Бураҡаева Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы ҡайҙа ғына бармай,күпме кабинеттарға керәм тип ваҡыт үткәра.
     Тәүзә гимназияның 5-7 синыфтарын Исәнғолдың 1-се һанлы урта мәктабе нигеҙендә асып ебәрәләр.Ә Марйәм Сабирйән ҡыҙы гимназия синыфтары буйынса директор урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.Беренсе уҡыу йылы бик ауыр була,сѳнки интернат булмай.
    Башҡорт гимназияның тѳп йүнәлеше-халыҡ педагогикаһы нигеҙендә уҡытыу һәм тәрбиә эше.Уҡытыу программаһына  "халыҡ педагогикаһы", "тормош һабаҡтары" дәрестәре индерелә.
    Ейәнсура район хәкимиәте ҡарары менән 1993 йылда Башҡорт гимназияһы асыла һәм айырым бина бирелә. Бураҡаева Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы директор итеп тәғайенләнә. Ул был вазивала 1993-1995 йылға тиклем эшләй.
    Педагогик коллектив гимназияға балаларҙы конкурс,һынауҙар аша һайлап алырға тигән бурыс ҡуя. Икенсе тѳп мәсьәлә булып уҡыусыларҙың һәләтен асыу һәм үҫтереу тора.
   Был уҡыу йорто Башҡортостан ауылдарында беренсе гимназия.
   Мәғәриф ѳҫтѳнлѳклѳ милли проектын тормошҡа ашырыу максатында үткәрелгән конкурста ҡатнашып, гимназия-интернатыбыҙ 1 млн һумлыҡ Грант алырға иреште.
   Гимназия-интернат заман менән бергә атлай һәм күп яңылыҡтар башында тора.



Инеү формаһы

Эҙләү

Календарь

«  Апрель 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
2930

Статистика


Онлайнда бѳтәһе: 1
Ҡунаҡтар: 1
Ҡулланыусылар: 0