- Тема:Тәмәке һәм һаулыҡ.
- Уйын: «Брейн-ринг»
- Маҡсат:Кеше организымына тәмәкенең кире йоғонто яһауын күрһәтеү.
- Уҡыусыларҙың хәтерен нығытыу, фекерләү ҡеүәһен, аң кимәлен
- үҫтереү.
- Класта ойоҡанлылыҡ, берҙәмлек туплау.
- Дәрес формаһы: уйын.
Дәрес барышы
- I Ойоштороу өлөшө.
- Сәләмләү. Психологик тренинг.
- Уҡыусылар ҡулдарҙы ҡулға тотоноп, бер-беребеҙгә йылмаябыҙ, миңә ҡарап йылмаябыҙ.
- II.Ял минуты.(Иғтибарға)
- 1.Бөгөн, нисәнсе көн, нисәнсе ай нисәнсе йыл?
- 2.Беҙҙең класта нисә гөл?
- 3.Гимназия нисәнсе йылда барлыҡҡа килгән? (1993 йылда)
- 4. Дүшәмбе көнө 3-сө дәрес нисәлә башлана?(10.50)
- 5. Информатика кабинетында нисә компьютер? (10)
- 6. Гимназияға ингән ерҙәге яҙыу нисә һүҙҙән тора? (5 һүҙҙән)
- 7. Ашханала ниндәй һүҙҙәр яҙылған?
- III. Уҡыусылар менән эш
- Уҡыусылар ике төркөмгә бүленә, һәр уҡыусыға 1-ҙән 2-гә тиклем карточкалар бирелә.
- Бөгөн беҙ һеҙҙең менән, Брен-ринг уйынын уйнайбыҙ, ул Нимә? Ҡайҙа?,
- IV. Төп өлөш.
- Шиғыр. (уҡыусы ятлай).
- Сәскә кеүек матур сағын,тәмәке ниңә тағын?
- Иң беренсе дошманыбыҙ-әл көһөлдөр,
- Ул яуыздан тыйылмаһаҡ, хәл мөшкөлдөр.
- Үҙ- үҙеңдә һәм халҡыңда үсең булһа,
- Шуны эс тә әҙәм көлдөр, эште бөлдөр.
Унан ҡала дошманыбыҙ-тәмәкелер,
- Тәмәкәнең касафаты әшәкелер:
- Дуҫтарының ғүмеренән өлөшләтә
Зәҡәт алыу-ул мәлғүндең ғәҙәтелер.
- Ике яҡта-ике дошман, уртала-беҙ.
- Алмаш-тилмәш гел шуларға уҡталабыҙ
Ул икәүҙең иблислеген ҡасан аңлап,
Ҡот осорлоҡ әшәкелектән ҡотолабыҙ!
- Ике команданан жюри ҡуйыла.
- Беренсе эш. Команда исем , девиз уйлай. (3)минут ваҡыт бирелә.
- Мин һеҙгә һорауҙар бирәм, ә һҙҙең капитан дөрөҫ яуапты карточка менән күтәрә. Кем дөрөҫ яуап бирә, шул командаға йондоҙ бирелә.
- Күберәк йондоҙ йыйған команда еңеүсе була. Дөрөҫ яуапты карточка менән күрһәткәс, яуабын ҡысҡырып әйтеп ҡуябыҙ.
- Һорауҙар
- Ҡасан, кем һәм ҡайҙан беренсе тапҡыр Европаға тәмәкене алып килә?
- 1 XVIб.Испандар Америкаға
- 2 .XVII б. Ҡытайҙар
- 3. XVIIIб Англичандар Индиянан.
- 2. Рәсәйҙә тәмәкене ҡайһы батша дәүерендә беренсе тапҡыр ҡуллана башлайҙар?
- 1. Иван Грозный
- 2. Екатерина II
- 3 ПетрI
- 3.ҡайһы батша тәмәке тартыуҙы тыя?
- 1. Алексей Михайлович
- 2. Петр I
- 3. Екатерина II
- 4.Кешенең һаулығына зыян килтермәүсе тәмәке бармы?
- 1. Фильтерлы тәмәке
- 2. Тәмәкенең составында никотин һәм смолаһы әҙ булған тәмәке.
- 3.юҡ
- 5 Пассив тәмәке тартыусыларға кемдәр инә?
- 1.Тәмәке тартыусыларҙың эргәһендә ултырыусылар
- 2.Компания өсөн тартыусылар
- 3.Тәмәкенең төтөнөн эскә алмаусылар.
- 6. Тәмәке йөрәктең эшләүенә нисек йоғонто яһай?
- 1.Йөрәктең эшләүен яйлата
- 2.Йөрәкте шәп эшләтә.
- 3. Йөрәккә йоғонтоһо юҡ.
- 7.Ниндәй ауырыу тәмәке тартыу менән бәйле?
- 1.аллергия
- 2. үпкә рагы
- 3.гастрит
- 8.Тәмәке ташлауҙа стаж йоғонто яһаймы?
- 1. Стаждың йоғонтоһо юҡ
- 2. Оҙағыраҡ тартҡан һайын ташлауы ҡыйын
- 3. Оҙағыраҡ тартҡан һайын ташлауы еңел
- 9.Тәмәкенең тыуған яғы?
- 1.Көньяҡ Африка
- 2. Көньяҡ Америка
- 3. Көньяҡ полюс
- 10. 1942 йылда Колумб Куба ярҙарына туҡталғанда, бындағы халыҡ ниндәй үлән тартып йөрөгәнен күрә?
- 1. сигаро
- 2. папирус
- 3.самокрут
- 11. Тәмәкелә никотик барлығын кем асыҡлай?
- 1. Жан Жак Руссо
- 2. Жан Поль Бельмандо
- 3. Жан Нико
- 12. XVIб ҡайһы илдә тәмәкене «шайтан әүерәткесе» тип иғлан итәләр?
- 1. Испания
- 2 Италия
- 3.Бразилия
- 13. XIXб. АҡШ тәмәкене нисек ҡулланғандар?
- 1 тартҡандар
- 2 еҫкәгәндәр
- 3.сәйнәгәндәр
- 14. 1934 Франсияла «Ницца йәштәр төркөмө» иң күп тәмәке тартыусы конкурсын ойоштора.
- Был конкурста ҡатнашҡан ике еңеүсе приздарын ала алмай үлеп ҡала. Улар нисә тәмәке тартҡан тип уйлайһығыҙ?
- 1.-40
- 2.-60
- 3.-80
- 15.Тәмәкене тарсыусыларҙың үпкә менән берлектә ниндәй органдары ҡаҡшай?
- 1. бөйөр
- 2 йөрәк
- 3 талаҡ
- 16. Әгәр кеше, тәмәкене көн һайын бер пачка тарһа, йылына күпме смола үпкәһенә ултыра?
- 1. 1 литр
- 2. 100 гр
- 3. 20 литр
- V Нығытыу.
- Жюри отчет әҙерләй.
- Мин һеҙгә бер хәл һөйләйем.
- Бер бабай баҙарҙа тәмәке һатып тора:
- «Тәмәке һатып алығыҙ. Минең тәмәкем ябай түгел, ә серле»- тип әйтә.
- Унан һеҙҙе эттә тешләмәй, бурҙар ҙа өйөгөҙгә төшмәй, ҡартаймайһығыҙ ҙа тип маҡтап һата.
- Бер йәш кеше килә лә һорай:
- -Ә нишләп эт тешләмәй?
- -Сөнки таяҡ менән йөрөйәсәкһең- тип яуап ҡайтара.
- -Ә ни өсөн бур өйгә төшмәй?
- -Сөнки, төнө буйы йүткереп сығаһың.
- -Ә ни өсөн ҡартаймайһың?
- - Сөнки ҡартайғансы йәшәмәйһең- тип яуап ҡайтара.
- V.Рефлексия.
- Бөгөнгө дәрес һеҙгә оҡшанымы?
- Уҡыусылар ошондай темаға класс сәғәттәре үткәрергә кәрәкме?
- Һеҙгә уйланыр өсөн уҡыусылар шиғыр ятлай.
- Курить иль не курить
- У вас готов ответ?
- Что ж, вы решайте сами.
- Пусть на минуту тихо станет в зале
- Подумайте, чего хотите вы?
- Прислушайтесь, что сердце скажет
- И разум ваш, какой вам даст совет?
- Силен ты или слаб?
- Свободен или раб?
-
- Запомни: человек не слаб,
- Рожден свободным. Он не раб.
- Сегодня вечером как ляжешь спать
- Ты должен так себе сказать:
- "Я выбрал сам себе дорогу к свету
- И, презирая сигарету,
- Не стану ни за что курить.
- Я – человек! Я должен жит
- V.Йомғаҡлау
- Уҡыусылар һеҙ ниндәй һығымта эшләнегеҙ, бирелгән мәғлүмәттән нимәләр алдығыҙ?
- Ярышҡа һығымта яһау. Еңеүселәрҙе билдәләү, грамота биреү.