Иҫәнғол ауылы башҡорт гимназия интернаты сайты

Эмблема

Йәкшәмбе, 05.05.2024, 02:39

Сәләмләйбеҙ һеҙҙе Гость | RSS | Төп | | Теркәлеү | Инеү

Главная » 2012 » Апрель » 11 » Аҫылташ коллективы һынатманы
10:07
Аҫылташ коллективы һынатманы
       26-28 март көнө «1812 йыл Ватан һуғышында яугир яҡташыма» арналған Әлшәй районы Раевск ҡасабаһында уҙғарылған «Башҡортостан ынйылары» Республика конкурс-фестивале булып үтте. Был конкурста Ейәнсура районы исемен яҡларға Иҫәнғол ауылы башҡорт гимназия-интернаты сығыш яһауы бәхете тейҙе. Бик абруйлы, сәмле конкурста тәүге тапҡыр ҡатнашыу, әлбиттә бик тулҡынландырҙы. Зона этабын үтеп барлыҡ республиканан иң көслө тип һаналған 15 район йыйылдылар бәйгегә. Ойоштороу кимәле шул тиклем юғары, 3 көнгә бүленгән конкурстың бер минуты ла бушҡа үтмәне, спорт уйындары, ял итеү кисәләре, экскурсиялар ҡаралған ине, был бай программа эстәлегендә.
       Һәм ниһайәт, 28 март сәғәт 12.00-дә һөҙөмтәләр билдәләнде һәм «Аҫылташ» коллективы, иң юғары баһаланып, Гран-приға лайыҡлы тип табылды. Унан тыш, «Иң яҡшы башҡарыусы төп герой» номинацияһында ла Буранғол Ҡыуатов ролен башҡарған 11-се класс уҡыусыһы Йылҡыбаев Дамир 1 дәрәжәле дипломға лайыҡ булды. Әлбиттә, ҙур еңеүҙәр еңел бирелмәй! «Күмәкләгән — яу ҡайтарған» тигәндәй күмәк көс менән яуланған еңеү булды. Шул иҫәптән ҙур рәхмәттәребеҙҙе театр түңәрәге етәкселәре Дәүләтбаев Р.Р., Хәсәнова Ф.Й., тегеү түңәрәге етәксеһе Асламазова Г.Х., «ижад» түңәрәге етәксеһе Аҫылбаева Р.Ә., хеҙмәт дәресе уҡытыусылары Хөсәйенов Р.Р., Хөсәйенова З.З., «Ҡош юлы» түңәрәге етәксеһе Исмәғилева Г.И., ағзаһы Юланова Ф., районыбыҙҙың күренекле фольклорсыһы Бикбау ауылынан Мәсҡүҙә инәй, районыбыҙҙың тарихын өйрәнеүсе, йәмғиәт эшмәкәре Марат Түләбаев һәм әлбиттә башҡорт гимназия-интернаты директоры Назарова Гәүһәр Шәрифйән ҡыҙына еткерәбеҙ.
      «Аҫылташ» балалар өлгөлө театр ағзалары:
Йылҡыбаев Дамир, Аҡкөбәков Вәғиз, Ишмөхәмәтов Алмаз, Бикбов Урал, Ҡужахмәтов Иҙел, Аҡбашев Йәмил, Түләбаев Азамат, Күсәрбаев Марс, Мусин Фәнүр.
Просмотров: 567 | Добавил: ziangimnazia | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *:

Инеү формаһы

Эҙләү

Календарь

«  Апрель 2012  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
      1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30

Статистика


Онлайнда бѳтәһе: 1
Ҡунаҡтар: 1
Ҡулланыусылар: 0