Главная » 2011 » Октябрь » 19 » Аманат беҙҙә ҡунаҡта
14:26 Аманат беҙҙә ҡунаҡта |
Гимназия
бик ҡунаҡсыл. 14 октябрь көнө балаларыбыҙҙың
яратып көтөп алған «Аманат» журналының
хеҙмәткәрҙәре ҡунаҡҡа килде. Күптән
инде белгән журналисттарыбыҙ Дамир
Шәрәфетдинов һәм марат Әминев 5- 8 класс
уҡыусылары менән осрашты. Был осрашыу
бик әүҙем барҙы. Уҡыусылаҙың һорауҙары
бигерәк күп йыйылған икән! Уларҙы биреп
бөтә алмайҙар. Ә журналисттарыбыҙ һәр
бер һорауға аңлайышлы, ентекле итеп
яуап бирҙеләр. Һорауҙар күберәк журналдың
йөкмәткеһенә бәйле булды. Уҡыусылар
бик күп белгеләре килә! Осрашыу аҙағында
балаларға автографлы «Аманат» журналдары,
календарҙар таратылды.
Осрашыуҙың
икенсе өлөшөндә Президент стипендиятынан,
10 класс уҡыусыһы Аҡкөбәкөва Гөлйөҙөмдән,
интервью алыу булды.
Ике
яҡ та был осрашыуҙан рух байлығы алды.
Ә рух байлығы алған бер ваҡытта ла
һынмай. ![Аманат ҡунаҡта](/News/Amanat21.jpg)
|
Просмотров: 1094 |
Добавил: ziangimnazia
| Рейтинг: 5.0/1 |
|
Сайттың менюһы
Статистика
Онлайнда бѳтәһе: 1 Ҡунаҡтар: 1 Ҡулланыусылар: 0
|