Иҫәнғол ауылы башҡорт гимназия интернаты сайты

Эмблема

Дүшәмбе, 29.04.2024, 15:27

Сәләмләйбеҙ һеҙҙе Гость | RSS | Төп | | Теркәлеү | Инеү

Главная » 2011 » Октябрь » 1 » Янғын һүндереү бүлегенә сәйәхәт.
08:05
Янғын һүндереү бүлегенә сәйәхәт.
Уҡыусылар сәйәхәтте ашҡынып көтөп алар. Уларға ҡайҙа ла булһа сәйәхәт итеү бик оҡшай. 21 сентябрь көнө 6, 7 -се класс уҡыусылары класс етәкселәре Дәүләтбаева К.М. , Кадырбакова Н.И. Һәм өлкән вожатый Мәхмүтова Г.Х. Менән янғын һүндереү бүлегенә юл тоттолар. Унда уларҙы ниндәй мөғжизәләр көткәнен белмәгәндәрҙер.
Янғын һүндереү бүлегенең ишек алдында уҡ. Шат йылмайып, үҙҙәренең формаһында инспектор ҡаршы алды һәм юл күрһәтте. Инспекторҙар сәйәхәткә бик ныҡ әҙерләнгәндәр. Янғынға ҡаршы хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре менән таныштырып сыҡты. Янғын сыға ҡалһа, бөтә һаҡланып ҡалыу юлдарын өйрәтте. Уҡыусылар ныҡ ихтибарлы, ҡыҙыҡһынып тыңланылар. Иҫәнғол, район картаһынан төрлө схемалар менән таныштырҙы. Районда янғын һүндереү машиналарының ҡайһы аулдарҙа барлығын, урындағы хакимиәт башлыҡтары нисек ярҙам итеүҙәрен, халыҡ менән нисек эшләүҙәрен теҙеп-теҙеп һөйләне. Сөнки, мәҫәлән, Яныбайҙа янғын сыҡһа, Иҫәнғолдан барып еткәнсе янып бөтә бит. Бөтә осраҡтарға ла уйланылған.
Уҡыусыларға видеотаҫма ҡарау оҡшаны. Ҡурҡыныс, әммә тормошсан. Йөрәктәренә ҡурҡыу һалып ҡуйыу, янғын сығарып ебәрмәү өсөн яҡшылыр.
Иң оҡшағаны балаларға янғын һүндереү машиналарын ҡарау булды. Малайҙар, малайҙар инде! Улар бөтәһе лә тиерлек машиналарға инеп, төрлө ерен тотоп ҡарап, тикшереп, өйрәнеп төштөләр. Машиналар менән танышҡас, янғын һүндереүселәрҙең формаларын кейеп ҡаранылар, фотоға төштөләр. Уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыныуҙарының сиге юҡ ине. Ә бәлки ошо уҡыусыларҙың береһе янғын һүндереүсе булырға уйлап та ҡуйғандыр.
Сәйәхәт бөткәс, инспекторҙар уҡыусыларҙың уҡыуҙары, һәләттәре, шөғөлдәре менән ҡыҙыҡһындылар. Улар гимназия балалары тәртипле, айырылып торалар, тип һоҡланыуҙарын белдерҙеләр. Был файҙалы сәйәхәт бергәләп иҫтәлеккә фотоға төшөү менән тамамланды.
Просмотров: 755 | Добавил: ziangimnazia | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *:

Инеү формаһы

Эҙләү

Календарь

«  Октябрь 2011  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
     12
3456789
10111213141516
17181920212223
24252627282930
31

Статистика


Онлайнда бѳтәһе: 1
Ҡунаҡтар: 1
Ҡулланыусылар: 0