Главная » 2012 » Май » 4 » КВН "Сәләмәт тәндә-сәләмәт рух!"
08:51 КВН "Сәләмәт тәндә-сәләмәт рух!" |
«Сәләмәт тәндә — сәләмәт
рух!» КВНы күңелле үтте.
26 апрель көнө «Ҡарлуғастар»
балалар ойошмаһы Һаулыҡ аҙналығы
айҡанлы 5-8 класс уҡыусылары араһында
« Сәләмәт тәндә — сәләмәт рух!» тип
аталған КВН үткәрҙе. Был сараның маҡсаты
булып сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау
торғанға күрә, барлыҡ конкурстар ҙа
темаға ҡағылышлы булды.
Был конкурстың программаһында
түбәндәгеләр булды :
Визитка.
Сәләмәт тормош тураһында реклама
күрһәтеү.
Сәләмәт тормош тураһында
викторина.
Ҡуяндар, пингвиндар, айыуҙар
булып иртәнге зарядка эшләү.
Сәләмәт тормош тураһында
стенгазета эшләү һәм яҡлау.
Төрлө бейеү көйҙәренә ярышып
бейеү.
Уҡыусылар бөтә ярыш төрҙәрендә
лә актив ҡатнаштылар. Бигерәк тә
8 класс уҡыусыларының «
Сәләмәттәр» командаһы үҙҙәренең
ҡыҙыҡлы, төрлө яҡлы һәм темаға ҡағылышлы
сығыштары менән тамашасыларҙы таң
ҡалдырҙылар.
7класс уҡыусыларының « Тиктормаҫтар»
командаһының музыкаль номерҙары,
хайуандар булып зарядка эшләүҙәре бик
оҡшаны. ![](/News/kvn2.jpg)
5 һәм 6 класс уҡыусыларының
«Күңелле роботтар» һәм «Спортсмендар»
командаларының визиткалары, стена
гәзиттәре бик үҙенсәлекле булды.
Жюри ағзалары кәңәшләшкәндән
һуң, 1-се урынды 7 класҡа, 2-се урынды 5
класҡа, 3-сө урынды 6 класҡа бирҙеләр,
ә гран при 8 класс уҡыусыларына насип
булды. Был байрамдан уҡыусылар ҙа,
уҡытыусылар ҙа күтәренке кәйеф менән,
рухи яҡтан көс алып таралыштылар.
|
Просмотров: 2095 |
Добавил: ziangimnazia
| Рейтинг: 0.0/0 |
|
Сайттың менюһы
Календарь
« Май 2012 » | Пн | Вт | Ср | Чт | Пт | Сб | Вс | | 1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 |
Статистика
Онлайнда бѳтәһе: 1 Ҡунаҡтар: 1 Ҡулланыусылар: 0
|