Оло йәштәге инәй-олатайҙарҙың
ғүмер көҙөнөң бер көнөн сағыу, матур
итеп үткәреү маҡсатында 1 октябрь көнө
башҡорт гимназия-интернат уҡыусылары
дәртле бейеүҙәр, моңло йырҙар менән
төҙөлгән концерт программаһы менән
ҙур байрам үткәрҙе.
Кисә барышында килгән
ҡунаҡтарыбыҙҙы ҡурайсы егет Азамат
Түләбаев, думбырасы Алмас Ишмөхәмәтов,
әкиәт һөйләүсе Айгөл Аҙнабаева, эстрада
бейеү ансабле, «Ҡоралай» ансабле ҡыҙҙары,
йырсылар Гүзәл Хәмиҙуллина һәм Илсиә
Фәттәхова сағыу сығыштары менән ҡотлап
үтте.
Гимназия директоры
Аҡманова Нәйлә Ахәҙулла ҡыҙы
үҙенең ҡотлауында
ветеран уҡытыусыларға, хеҙмәткерҙәргә
ныҡлы һаулыҡ, ғәилә бәхете теләп гимназия
тормоша ҙур байлыҡ индергәне өсөн рәхмәт
белдерҙе.
Инәй-олатайҙар
өсөн күркәм байрам өҫтәле лә әҙерләнгәйне.
Кисә барышында улар концерт ҡарап,
үҙ-ара фекер алышып күңелле ял итте.
Аҙаҡтан
иһә яҡты киләсәгебеҙ, тыныс тормошобоҙ
һәм шат баласағыбыҙ өсөн ҙур рәхмәт
әйтеп «Нурлы бала саҡ» йырын бүләк итте
гимназия уҡыусылары
|