Иҫәнғол ауылы башҡорт гимназия интернаты сайты

Эмблема

Йома, 26.04.2024, 21:09

Сәләмләйбеҙ һеҙҙе Гость | RSS | Төп | | Теркәлеү | Инеү

Главная » Яңылыҡтар йыйынтығы
       Уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһының мәктәп этабы башланды. Иң тәүге олимпиада физик культуранан 7-11 кластар өсөн үткәрелде. Бөтәһе 28 уҡыусы ҡатнашты.

Ғилми методик эштәр
буйынса урынбаҫары Исакаева Э.К.
28.09.2010
Просмотров: 696 | Добавил: ziangimnazia | Дата: 08.10.2010 | Комментарии (0)


цветокҺаулығынды йәштән һаҡла
Ул кәрәк ғүмер буйы
Наркотик тәмәкеләрҙән
Йыраҡ тотсо үҙ уйың.

"Һаулыҡ -ҙур байлыҡ"-тигән
Һүҙҙәрҙе онотма һин,
Шул сағында балалар ҙа
Донъяға тыуыр имен.


Ейәнғолова Гөлсинә, 11 класс
Просмотров: 708 | Добавил: ziangimnazia | Дата: 28.09.2010 | Комментарии (0)

     23 сентябрь көнө башҡорт гимназия-интернатында «Сәләмәт тәндә-сәләмәт рух» исемле көҙгө кросс байрамы үтте. Был байрамына тәбиғәт тә битараф булмағандай, көн ҡояшлы, аяҙ торҙо. Сәғәт 15.00 спорт кейемендәге уҡытыусы-уҡыусылар гимназия алдындағы тантаналы линейкаға йыйылды. Физкультура уҡытыусыһы Йәғфәр Йәдкәр улының рапортынан һуң гимназия директоры уҡыусыларҙы ҡотлап сығыш яһаны. Линейканан һуң уҡыусылар өйкөм-өйкөм булып «Аҡ сатыр» паркына йүнәлде.

       Һәм бына ... Артабан уҡырға

Просмотров: 837 | Добавил: ziangimnazia | Дата: 28.09.2010 | Комментарии (0)

    Бөгөн, 23 сентябрь көнө "Аҡ сатыр" паркында Һаулыҡ көнөнә арналған көҙгө кросс уҙғарылды. Был кроста бөтә гимназия уҡыусылары актив ҡатнашты. Кемдәр ниндәй уңыштарға өлгәшкәнен беҙҙең киләһе статьяла уҡырһығыҙ.

Осенний кросс
Просмотров: 713 | Добавил: ziangimnazia | Дата: 23.09.2010 | Комментарии (0)

Линейка 1 сентября
 "Бына  уҡыусылар көтөп алған көнө - 1 сентябрҙа етте. Гимназиябыҙ алдында күҙ һалам... Ә унда аллы-гөллө сәскәләр тотҡан уҫыусылар теҙелгән. Уларҙың йөҙҙәрендә шатлыҡ осҡондары дөрләй. Мин тағы ла үҙ гимназияма уҡырға килдем! Бөгөнгө көн 11 клас уҡыусылары өсөн бер аҙ тулҡынландырғыстыр, сөнки улар тағы ла бер баҫҡысҡа юғарыраҡ күтәрелеп ҙур һынау алдында торалар. Мин класташтарыма алдағы экзамендарында тик уңыштар ғына теләйем" - тип үҙ хистәре уртаҡлашты Кәйепҡолова Айгөл
Ысынлапта балҡып торған йөҙҙәре менән, уҡырға тигән дәрт менән беҙҙен уҡыусалырбыҙ килде. Уларҙын араһында тәүге тапҡыр беҙҙен гимназия аяҡ баҫҡандары ла  бар. Тантаналы линейканын күренеше бында ...



Просмотров: 677 | Добавил: ziangimnazia | Дата: 03.09.2010 | Комментарии (0)

Хөрмәтле  уҡытыусылар, уҡыусылар һәм тәрбиәселәр!
      Тәбиғәттең шундай матур сағында бөтә доңъя Белем көнөн байрам итә. Яңы уҡыу йылы башланыу менән ысын  күңелдән ихлас ҡотлайбыҙ! Тик был йыл һеҙгә яҡшы уңыштар һәм шатлыҡтар килтерһен. 1 сентябрь
Просмотров: 1108 | Добавил: ziangimnazia | Дата: 01.09.2010 | Комментарии (0)

22 апрель район мәҙәниәт йортонда II телевизион "Байыҡ" бейеүселәр конкурсы үтте.Гимназияның түбәндәге бейеү коллективтары ҡатнашты: "Яҙ" бейеү ансамбле,етәксеһе Хәкимова Гѳлнара Феликс ҡыҙы ;"Ҡоралай"ѳлгѳлѳ бейеү ансамбле , әҙерлек тѳркѳмѳ бейеүселәре,"Оло Эйек" халыҡ бейеүҙәр ансамбле, етәксеһе Йәнбәков Йәмил Вәсиҡ улы, ҡатнашты.Шулай уҡ русс теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Йәнбирҙин Ирек Тәлғәт улы, ѳҫтәлмә белем биреү педагогы Хәкимова Гѳлнара Феликс ҡыҙы уңышлы сығыш  яһаны.Уҡыусыларыбыҙ уңышлы сығыш яһап, бѳгѳн йәғни 22 апрель 19.00 сәғәттә район мәҙәниәт йортонда үтәсәк Гала-концертта  ҡатнашасаҡтар.
Просмотров: 811 | Добавил: Лилиюша | Дата: 22.04.2010 | Комментарии (2)

20 апрель  гимназияла "Һаумы,һаумы,әкиәт!" исемле I республика башҡорт телендә йәш әкиәт һѳйләуселәр конкурсы үтте.Конкурсты ѳлкән вожатый Аҡьюлова Гѳлсинә Ғилман ҡыҙы ойошторҙо.
Просмотров: 920 | Добавил: Лилиюша | Дата: 22.04.2010 | Комментарии (0)

16 апрелдә Күмертау ҡалаһының политехник лицей базаһында уҡыусыларҙың 11-се Асыҡ ғилми-практик коференцияһы үтте.Был сарала республиканың  кѳньягы  райондарынан  100-ләп һәләтле уҡыусылар ҡатнашты.Укыусыларзың биш форумында беҙҙең гимназияның 2 уҡыусыһы ҡатнашты: 10-сы класс уҡыусыһы Ҡунакбаева Илүзә(етәксеһе Юлдашбаев наил Яхья улы), 11-се класс уҡыусыһы Шәрәфетдинова Зѳлфиә(етәксеһе Абдуллина Миңзәлә Булат ҡыҙы). Уларҙың сығыштары уңышлы тамамланды һәм улар дипломға лайыҡ булды.


Просмотров: 664 | Добавил: Лилиюша | Дата: 19.04.2010 | Комментарии (0)

Иҫәнғол ауылы башҡорт гимназия-интернатының "Аҫылташ" ѳлгѳлѳ театр ансамблендәшѳғѳлләнеүсе уҡыусылары 7 апрель кѳнѳ Миәкә районына барып "Шомбай" исемле спектакле менан уңышлы сығыш яһап ҡайтты.Шул рәүешле зона кимәлендә ярышты үтеп, республикаға үттеләр.Хәҙер инде уларға киләһе уҡыу йылында Ѳфѳ ҡалаһында уҙғарылған конкурста район данын яҡларға ҡала.
Просмотров: 527 | Добавил: Лилиюша | Дата: 12.04.2010 | Комментарии (0)

« 1 2 3 4 5 6 »

Инеү формаһы

Эҙләү

Календарь

«  Апрель 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
2930

Статистика


Онлайнда бѳтәһе: 1
Ҡунаҡтар: 1
Ҡулланыусылар: 0